“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 8 февраль төнөндә көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡтан көсәйеүсән. Һауа температураһы 10-15, көнсығышта 17-22 градусҡа тиклем һалҡын була. Көндөҙ ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан. Һауа температураһы минус 6-11 градус була.
9 февралдә урыны менән ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһының төндә 12-17, аяҙытҡанда 20-25, көндөҙ 7-12 градус һалҡын булыуы көтөлә.