Был – буш хәбәр07.02.2019
Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә карантин юҡ. “Был – буш хәбәр”, – тип белдерҙе хакимиәттең матбуғат секретары Марсель Байдәүләтов.

Мессенджерҙар аша баш ҡала мәктәптәренең карантинға ябылыуы тураһында хәбәр таралғайны. Ҡағиҙә буйынса, уҡыусыларҙың 20 проценты киҫкен-респиратор вирусын йоҡтороп йә грипп менән сирләп уҡыуҙы ҡалдырһа, карантин иғлан ителә. Әлеге мәлдә күрһәткестәр бынан түбән.
Бөгөн Өфөлә һигеҙ мең кешегә “киҫкен-респиратор вирусы” диагнозы ҡуйылған, шул иҫәптән 4,5 мең осраҡта – балаларға. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, сирләү 4,9 процентҡа артҡан. Балалар араһында ауырыу эпидемиологик кимәлгә етмәгән.



Вернуться назад