Редакцияла телефон шылтыраны:
— Һаумыһығыҙ, был “Башҡортостан”мы?
— Нәҡ шулай!
— Һеҙҙе өсөнсө курс студенты борсой.
— Бер ҙә борсомайһығыҙ. Иғтибар менән тыңлайым.
— Ағай, үҙегеҙ ҙә ҡасандыр студент булғанһығыҙҙыр, моғайын, хәлемде аңларһығыҙ, — тип дауам итте ҡыҙ. — Әле бит сессияның ҡыҙған осоро. Журналистика буйынса имтихан бирер өсөн профессорға кәм тигәндә гәзиттә баҫылған биш мәҡәлә күрһәтергә кәрәк. Ә минең берәү ҙә юҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, унһыҙ ҙа студенттың эше күп. Китаптар уҡырға кәрәк, етмәһә, реферат, курс эше тип мейе серетәләр. Үәт! Ваҡытың бармы-юҡмы — һораусы юҡ. Мәҡәлә талап итеүҙе генә беләләр...
— Йомош ниҙә һуң?
— Бер үтенесем бар ине. Һеҙгә хат күп килә бит. Моғайын, исем-шәрифен яҙырға онотҡан авторҙар ҙа барҙыр. Әйҙәгеҙ, шуларҙың урынына минең исемде яҙып баҫтырып сығарайыҡ. Райондан хат яҙып ятыусыларға имтихан биреү кәрәкмәй ҙәһә! — Аптырашымдан нимә әйтергә лә белмәнем. Теге ҡыҙ үҙенекен дауам итте. — Үҙегеҙҙең дә студент сағығыҙ булғандыр инде — хәлемә инерһегеҙ. Етмәһә, һеҙҙең абруйлы гәзиттә бер нисә тапҡыр исемем күренһә, профессорым мине күккә күтәрер...
А. ҒИЗЗӘТОВ.