Араларында ғаилә ҡорғандар ҙа бар06.02.2019
Архангел районының Максим Горький ауылындағы “Мәрхәмәт” ҡарттар һәм инвалидтар йортонда тәрбиәләнеүселәр үҙ-ара дуҫ йәшәй, яратҡан эше менән шөғөлләнә, араларында хатта ғаилә ҡорғандар ҙа бар.

Әле учреждениела 122 кеше. Һәр ҡайһыһының – үҙ яҙмышы, еңел булмаған тормош юлы. Уларҙы бында яҡшы ҡарайҙар, дауалайҙар. Йылы мөхиттә көн күргән мохтаждар буш ултырмай: төрлө ҡул эштәре, ҡайһы берҙәр – музыка, бәғзеләр шиғриәт менән шөғөлләнә.

Бөгөн приютҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников барып, унда йәшәүселәр менән аралашты, учреждениелағы хеҙмәтләндереү сифаты хаҡында ҡыҙыҡһынды.

“Һеҙгә ниҙәр кәрәк?” тигән һорау бирелгәс, тәрбиәләнеүселәр туристик палаткалар, скандинав йөрөшө өсөн таяҡтар һораны, шулай уҡ социаль приюттағы балалар менән, уларға күңел йылыһын өләшеү ниәтендә, йышыраҡ аралашыу теләген белдерҙе.


Вернуться назад