Әбделмәмбәт малайын Санкт-Петербург көтә06.02.2019
Күптән түгел Өфөлә технология буйынса үткән төбәк олимпиадаһында Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенән Ильяс Насиров та ҡатнашты. Ул тәүге этапта 600 дәғүәсе араһынан һайлап алынған 120 уҡыусы иҫәбенә ингәйне.

Әбделмәмбәт мәктәбенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк олимпиадаһының тәүге көнөндә конкурсанттарҙың теоретик белеме тикшерелгән, артабан улар туғыҙ йүнәлеш буйынса ғәмәли эш башҡарған. Ильяс лазер-гравировкалау станогында бирелгән өлгө буйынса оҫталығын күрһәтеп, юғары балл йыйған.

Икенсе көндә уҡыусылар үҙенең ижади эшен яҡлаған. Бөрйән малайы робот техникаһы йүнәлеше буйынса әлеге көнүҙәк темаларҙың береһенә бәйле эш башҡарған: сүп-сарҙы автоматлаштырып эшкәртеү моделен күрһәткән. Был турҙа ла ул юғары балл йыйыуға өлгәшкән.

Ә сараның өсөнсө өлөшөндә, былтыр Рәсәйҙә еңеүсе булып танылған Стәрлетамаҡ егетенән ике балға ғына ҡалышып, 10-11-се кластар араһында призер булған.

Һөҙөмтәлә Ильяс Насиров олимпиаданың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу мөмкинлеген алған. Сара апрелдә Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк. Йәш яҡташыбыҙға уңыш юлдаш булһын!


Вернуться назад