Яратҡан баҫмабыҙҙы күптән алдырам. Көнө-төнө баҫыуҙа эшләгән игенсе атайым да элекке “Совет Башҡортостаны”на мотлаҡ яҙыла ине. Ваҡыт үтеү менән, төп баҫмабыҙ үҙенең әһәмиәтен юғалтманы. Йәмғиәтебеҙҙәге көнүҙәк проблемаларҙы ярып һала. Үткән йылда, төрлө сәбәптәргә һылтанып, бары “Йома”ға ғына яҙылғайным, отолоуымды тиҙ аңланым. Берәй әҙәби әҫәр сыға башлаһа, инде кинәнеп уҡырға тотонам да дауамын күрергә насип булмай, сөнки ул киләһе һанда сыға. Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанын алдырмағас, ҡайһы саҡ ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙең йә әҫәрҙәрҙең бары киҫәген генә уҡып сығам. “Былай булмай, иптәштәр!” — тинем дә, 2012 йылдың тәүге яртыһына төп индекс буйынса яҙылдым. Шулай итеп, хатамды төҙәттем — күңелем дә тыныс. Бүтәндәргә лә “Башҡортостан”дың аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылырға кәңәш итер инем, сөнки уның һәр һаны уҡымлы ла, файҙалы ла.
Сәлимә ВӘЛИЕВА.
Дәүләкән районы.