Ҡәҙерле дуҫтар!07.12.2011
Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо иҫтәлекле ваҡиға хәтерҙә ныҡлы ҡалһын тигән ниәттән сығып, һеҙҙең иғтибарға викторина һорауҙары тәҡдим итәбеҙ.
1. Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы ҡасан һәм кем тарафынан иғлан ителде?
2. Йыл эмблемаһына иғлан ителгән конкурста нисә кеше ҡатнашты, кем еңеп сыҡты?
3. Башҡортостанда нисә милләт вәкиле йәшәй?
4. Милли-мәҙәни үҙәктәрҙе һанап сығығыҙ.
5. Республика мәктәптәрендә нисә туған тел өйрәнелә, нисә телдә уҡытыу алып барыла?
6. Өфөләге Дуҫлыҡ монументына ҡасан һәм ниндәй ваҡиға айҡанлы нигеҙ һалына?
7. Монументты эшләүсе скульпторҙарҙың береһе Михаил Бабурин ҡатын-ҡыҙ һындарын кемдәрҙән кәүҙәләндергән?
8. Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡайҙа урынлашҡан?
9. Башҡортостанда гәзит-журналдар ниндәй телдәрҙә сыға? Баҫмалар нисек атала?
10. Башҡортостанда тыуып үҫкән төрлө милләт вәкилдәре араһынан ниндәй күренекле шәхестәрҙе беләһегеҙ?
Яуаптарығыҙҙы 20 декабргә тиклем хаттар бүлегенә (телефоны: 272-35-11) йәки “Башҡортостан” гәзитенең сайтына ебәрә алаһығыҙ.
Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә!