Кемегеҙҙең теше серек?06.02.2019
Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыларының 88 процентында кариес булыуы асыҡланған. Балаларҙың 82 проценты пародонт (теш ҡаҙанлығы ялҡынланыуы) менән сирләй. Мәктәптәге теш табиптарынан алынған күрһәткестәрҙе тикшереп, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

Республикала 1318 мәктәп бар, унда 468 мең бала белем ала. Уларҙың 152-һендә стоматология кабинеттары эшләй (120 ҡала һәм 32 ауыл мәктәбендә).





Вернуться назад