Атайҙар балаһын ҡараясаҡ06.02.2019
Ғаиләлә сабый тыуғанда атай кешегә 10 көнлөк түләүле ял биреүҙәре ихтимал. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнә. Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилинға шундай тәҡдим ебәрелгән.

Бөгөнгө ҡануниәт атайҙарҙың хоҡуғын яҡламай тиерлек. Хеҙмәт кодексында балаһы тыуыу сәбәпле ир кешегә иң күбе биш көн түләүһеҙ отпуск бирелә ине.




Вернуться назад