Мәскәүҙең торлаҡ кварталдарына, ашарға ризыҡ һәм йылы урын эҙләп, өшөп-ҡалтыранған ҡуяндар килә башлаған.
Ишелеп ҡар яуыуы ла йәнлектәргә аҙыҡ эҙләп табырға ҡамасаулай. Урман янында урынлашҡан йорттар янында шешҡолаҡтар айырыуса күпләп осрай. Улар хәҙер кешенән дә ҡурҡмай, үҙҙәрен тыныс тота.
Шуға ҡарамастан, «Мосприрода» хеҙмәткәрҙәре «ҡуяндарҙы янығыҙға саҡырып, ашатырға ынтылмағыҙ» тип иҫкәрткән, ҡырағай йәнлектәрҙең үҙҙәрен төрлөсә тотоуы, ҡапыл тешләп ебәреүҙәре лә бар. Ул сағында кешенең йоғошло сир эләктереүе ихтимал.