Балалар пособиеһы артты06.02.2019
1 февралдән балалар пособиеһы 4,3 процентҡа индексациялана. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инфляция кимәле шулай булды, тип хәбәр итә.

Башҡортостанда тәүге баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйынса айлыҡ минималь пособие күләме 3 769,07 һум тәшкил итә, икенсе һәм артабанғы балаға – 7 538,12 һум.

Бала тыуғанда ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие иһә 20 101,69 һум буласаҡ. Ауырға ҡалыуҙың иртә срогында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙға түләнгән сумма 753,81 һумғаса артты. 1 ғинуарҙан бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның иң ҙур күләме 26 152,27 һумға торошло.

Шулай уҡ 1 февралдән радиация һәләкәттәренән һәм ядро ҡоралын һынауҙан зыян күргән, “Рәсәй доноры” исемен йөрөткән граждандарға айлыҡ пособие артты. Ерләү сараларына бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 245 һумға күбәйеп, хәҙер 5 946 һум тәшкил итә.



Вернуться назад