Ҡыл да ҡыбырлатмайынса бүләк алырға, чемпион булырға мөмкин. Көньяҡ Кореяла шундай ғәжәп ярыш бар. Ул 2014 йылда рәссам Вупс Ян тарафынан тәҡдим ителә.
Ярышта еңеүсе булыу еңелдән түгел. Ҡатнашыусылар 1,5 сәғәт буйы буйы тик ултырырға тейеш, һөйләшергә, бер-береңә йылмайырға, йоҡларға ярамай. 15 минут һайын ялҡауҙарҙың пульсын үлсәйҙәр, йөрәк тибеше тигеҙ булыу мөһим. Еңеүсегә бүләк бирелә.