Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Республика йортоноң алтынсы ҡатындағы күргәҙмәлә Благовещендың “ВАРК” компанияһы эшләгән IDS-5 пилотһыҙ осоу аппараты менән танышты.
Экспозицияға шулай уҡ республика эшҡыуарҙарының башҡа ғилми һәм технологик эштәре ҡуйылғайны.
“ВАРК”-тың генераль директоры Алик Абдуллин әйтеүенсә, бындай аппараттар магистралдәрҙе, үткәргес торбаларҙы, экологик хәлде, урмандарҙы тикшереү, субподряд ойошмалары эшмәкәрлеген контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Күргәҙмәлә Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың эшен һынап ҡараны, “һанлы ҡулдар”ҙы һәм күҙлекте кейеп, виртуаль донъяға сәйәхәт ҡылды. Ә “Грузобзор” йәмғиәтенең генераль директоры Заһир Рәшитов транспорт биржаһын хәтерләткән сайт тураһында һөйләне. Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан предприятиеһы бал ҡорто һитәһенән етештергән биологик әүҙем аҙыҡ өҫтәмәһен тәмләп ҡараны. Күргәҙмәлә Радий Хәбировҡа “АКХ-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ашламаларын да күрһәттеләр.