Йырға һалып хат ебәрәм,
Хәтирәм,
Йыр һөйөүсе дуҫтарымдың
артынан.
Бик йыраҡ-йыраҡ ерҙәрҙән,
Ут эсендәге илдәрҙән —
Өҙөлөп сәләм һиңә Мәһәҙейҙән.
Үлһәм дә еңелмәм,
Миндә ике йән:
Береһе — йөрәгем,
береһе — һөйгәнем,
Ул һин, Хәтирәм.
Мәһәҙей Ҡужәхмәтов армияла саҡта Фатима урынына Хәтирәм тип йырлаған халыҡ йыры бәхетле парҙы теүәл 60 йыл оҙата килә.
Мәһәҙей олатайыма дүрт йыл һалдат һурпаһы татырға тура килә. 1951 йылда, хәрби хеҙмәт ваҡытының яртыһы үткәс, ҡайтып, йөрәген яулап алған Хәтирәгә өйләнеп китә. Армиянан һуң склад мөдире, һатыусы, сауҙа предприятиеһы директоры булып эшләй. Тырыш хеҙмәте "СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы" билдәһе менән билдәләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырырға яратмай тынғыһыҙ олатайым. Йорто күп йылдар ауылда өлгөлө һанала, ҡура тултырып мал аҫрай.
Ҡәҙерлебеҙ мәсетте тергеҙеп, халыҡҡа иман тарата. Бер нисә йыл элек, ҡарғалар араһынан иң оло кеше булараҡ, бөтөн нәҫел-нәсәпте Ҡыҙыл йылғаһы буйына йыйып, гөрләтеп шәжәрә байрамы үткәрҙе.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын, ти халыҡ. Тормош һынауҙары өләсәйемде егәрле булырға өйрәтә. Әсәһе ағас ҡырҡырға киткәндә әле быуындары ла нығып өлгөрмәгән Хәтирә ҡусты-һеңлеләрен ҡарай, һыйыр һауа, сит ауылдарға барып, башаҡ сүпләй. Үҫә төшкәс, Магнитогорск ҡалаһына май һатырға йөрөй. Әсәһенән йәшереп, шул ҡаланың эшселәр мәктәбенә документтарын тапшыра. Бер йылдан штукатур, буяусы, быяласы һөнәрҙәренә эйә була һәм бәләкәй туғандарын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә башлай. Кейәүгә сыҡҡас, һатыусы, аҙаҡ мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Өләсәйем ҡул эшенә маһир. Ҡабарып торған йылы шәлдәре менән тирә-яҡта дан тота, ейәнсәрҙәренә бирнәлеккә күҙ яуын алырлыҡ ҡорама яһарға ла өлгөрә.
Биш балаға матур тәрбиә биргән, хәҙер аҡһаҡал һәм ағинәй дәрәжәһенә еткән Хәтирә менән Мәһәҙей Ҡужәхмәтовтар күптән түгел гәүһәр туйҙарын үткәрҙе. Уңайы сыҡҡан һайын балаларын, туғандарын йыйып, оло табын ҡороп, тормош тәмен белеп йәшәй улар.
Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.