Баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай, Жилин, Зинин ауылдарында сүп-сар йыйыуҙы һәм ситкә сығарыуҙы камиллаштырыу йәһәтенән әүҙем фекер алышыу бара.
Көн һайын был биләмәләрҙән 150 кубометр сүп-сар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташыла. Күләме буйынса уны ике тулы тимер юл вагоны менән сағыштырырға мөмкин. Шулай ҙа ҡайһы саҡта тулы контейнерҙар, сәселеп ятҡан сүп-сар йәмһеҙ күренешкә әүерелә.
Сүп-сар проблемаһын нисек хәл итергә? Район хакимиәте вәкилдәре халыҡ менән осрашыуҙарҙа ошо һорауҙарға бергәләп яуап эҙләй, контейнер майҙансыҡтары һанын арттырырға тәҡдим итә, ә уларҙы ҡайҙа асыу мәсьәләһен урындағы халыҡ билдәләргә тейеш.
Төҙөлөш сүп-сарын күпләп теләһә ҡайҙа ташлап китеүселәр ҙә юҡ түгел. Район хакимиәте ошондай хәлгә шаһит булғандарҙы битараф ҡалмаҫҡа саҡыра. Тәртип боҙоусыларҙы фотоға төшөрөп, 8 9872520584 телефоны аша хәбәр итеүҙе һорайҙар. Бындай әҙәмдәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.