Йыл һайын 4 февралдә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөн билдәләү, төрлө саралар үткәреү юҡҡа түгел. Маҡсаты – онкология менән бәйле проблемаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу. Ошо уңайҙан “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында сирҙе иртә стадияла асыҡлау, дауалау ысулдары һәм диспансерлаштырыу тураһында һүҙ барҙы.
Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов әйтеүенсә, табиптарға барыһынан да йышыраҡ һөт биҙе, үпкә һәм тире яман шеше менән осрашырға тура килә. Быйыл республикала онкология сирҙәрен дауалау өсөн препараттар алыуға былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк аҡса бүленгән. Был сумма хәҙер 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Ә биш миллиард һумға яҡын аҡса ҡорамалдар алыуға тотоноласаҡ (сирек өлөшө республика ҡаҙнаһынан). 1,5 миллиард һум радиология тармағын өр-яңы быуын ҡорамалдары менән йыһазландырыуға йүнәлтелергә тейеш.
Әлбиттә, бындай күләмдәге сығымдар билдәләнгән маҡсатты күҙаллап бирелә. 2024 йылға республикала яман шештән үлем кимәле 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә тейеш (2018 йылда – 186). Алдағы алты йылда төбәктә онкология үҙәктәре барлыҡҡа килергә тейеш.
Йыл һайын республикала уртаса 110 бала яман шешкә юлыға. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар онкологы Рөстәм Байрамғолов әйтеүенсә, хәҙерге диагностика ысулдары сирҙәрҙең 75 процентын башланған мәлендә асыҡларға һәм дауаларға һәләтле.
Рәсәйҙә былтыр онкология сирҙәренең 617 мең осрағы асыҡланған. Был 2017 йыл менән сағыштырғанда 20 меңгә күберәк тигән һүҙ. Шуның менән бергә 3,63 миллион ауырыу иҫәптә тора.