Юл фажиғәләрен нисек кәметергә?06.02.2019
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһе бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай. Көн һайын рулгә ултырабыҙ, юлда йөрөйбөҙ. Шуға күрә Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдиновтың журналистар менән осрашыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм күп һорауҙар тыуҙырҙы.

Былтыр республикала 4383 юл-транспорт осрағы теркәлгән, уларҙа 549 кеше вафат булған, 5494-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәлә һәләк булғандар һаны республиканың 26 ҡала һәм районында артҡан, улар араһында Сибай, Октябрьский ҡалалары, Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәлә­үез һәм Илеш райондары бар.

Һәләк булғандарҙың һәр өсөнсөһө йәйәүле. Былтыр 1263 кеше тапалған – уларҙың 165-е үлгән, 1142-һе йәрәхәт­ләнгән. Тағы шуныһы: былтыр йәйәү­леләр юлында тапатыу осраҡтары 57,1 процентҡа артҡан.

Һәр унынсы юл-транспорт ваҡиғаһы эскелеккә бәйле. 2018 йылда эскән килеш рулгә ултырған водителдәр арҡа­һында 103 кеше һәләк булған һәм 509-ы йәрәхәтләнгән.

– Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡа­һында бер ғәйепһеҙ кешеләр үлә. Былтыр ғына 18 мең иҫерек кеше тотолған. Уларҙың 2210-ы икенсегә эләгә, ундай­ҙарға енәйәт эше янай. Яуаплылар ҙа күп, шылтыратып, рулдәге эскән кеше тураһында хәбәр итәләр, – тине Динар Заһит улы. – Ғөмүмән алғанда, беҙҙең маҡсат – иҫеректәрҙе тотоуҙа түгел, ә уларҙың эскән килеш бөтөнләй юлға сыҡмауын тәьмин итеү.

Нисек кенә булмаһын, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының төп бурысы – юлдарҙа һәләк булған ҡорбандар һанын кәметеү. Динар Ғилметдинов әлеге еңел булмаған бурысты тормошҡа ашырыу саралары тураһында ла әйтте. Беренсе аҙым – ошоға ҡағылышлы бар ведомство­ларҙың берҙәм эшләүен тәьмин итеү. Тимәк, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы – тиҙ генә килеп “алтын сәғәт” ваҡытын әрәм итмәй ғүмерҙе ҡотҡарырға, Мәғариф министрлығы – балалар менән тәрбиә эшен алып барырға, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙ тармағы менән шөғөлләнергә тейеш. Шулай ҙа иң мөһим проблема – юл япмаһының ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә булмауы. Бында инде боҙлауыҡ, юл билдәләре, һыҙаттары, тейешле яҡтыртыу булмауы, тәрән тәгәрмәс эҙҙәре – барыһы ла инә. Былтыр ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре урам-юл селтәрен тейешле тәртиптә тотмаған өсөн, етешһеҙлектәрҙе бөтөртөүгә 16 мең күрһәтмә биргән.

Аварияларҙың ҙур өлөшө тиҙлекте арттырыу сәбәпле килеп сыға. Был проблема менән көрәшеүҙең юлы – камералар ҡуйыу. Әлбиттә, мәсьәлә ҙур сығымдар талап итә, шулай ҙа уны тормошҡа ашырыу кәрәк, был йәһәттән дә эш әүҙем бара.

Тағы ла бер ҙур бәлә – юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүе. Былтыр 21 бала һәләк булған һәм 470-е йәрәхәтләнгән. Шулай ҙа кескәйҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләре бер аҙға – 1,8 процентҡа – кәмегән. Үлеүселәр ҙә 8,7 процентҡа аҙайған, ә бына йәрәхәтләнеүселәр һаны артҡан.

– Күп осраҡта 8 йәштән 14-кә тиклемге бәлиғ булмағандар машина аҫтына эләгә. Мәктәптәрҙә, тәү сиратта ата-әсәләр тарафынан тәрбиә, өйрәтеү эше алып барыу мөһим. Беҙ үҙебеҙҙең тарафтан даими рәүештә белем усаҡтарында, балалар баҡсаларында төрлө саралар үткәреп торабыҙ, – ти Динар Ғилметдинов.


Вернуться назад