Башҡортостандың ЗАГС идаралығы хәбәр итеүенсә, былтыр 17 974 ғаилә тарҡалған. Һөйөү хистәрен һаҡлап ҡала алмағандарҙың яҙмышын башҡалар ҡабатламаһын тигән теләктән сығып, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бер-береһенән айырылмаған аҫыл парҙарҙың бәхетле тормошона байҡау яһаныҡ.
1950 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылының бер өйөр бала-сағаһы Ағиҙелдә коньки шыуа. Бер мәл, ҡапыл боҙ ярылып китеп, 15 йәшлек Вәдүт һалҡын йылғаға төшә. Барыһы ла ни эшләргә белмәй юғалып ҡалғанда, шул ауыл ҡыҙы Саҙиҡа үҫмерҙе һыуҙан алып сыға һәм яҡындағы өйгә алып китә. Ошо көндән алып улар айырылмаҫ дуҫтарға әүерелә. Өс йылдан йәштәр уртаҡ тормош ҡороп ебәрә.
1954 — 1957 йылдарҙа йәш ғаилә башлығы Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәй. Тыуған ауылына ҡайтҡас, колхозда эш башлай. Келәт мөдире, төҙөлөш бригадаһы етәксеһе лә булып ала. Вәдүт Әбләис улы хаҡлы ялға сыҡҡансы әҙерләүсе эшен башҡара, районда һәр саҡ алдынғылар рәтендә иҫәпләнә.
Саҙиҡа Насибулла ҡыҙы биш балаға ғүмер бирә. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен ҡороп, эштәрендә уңыш ҡаҙанып йәшәй. 58 йылдан ашыу бер-береһенә терәк булып йәшәүсе Саҙиҡа менән Вәдүт Рәжәповтарҙың 19 ейән-ейәнсәре бар.
Ошондай бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәп ятҡан көндәренең береһендә Саҙиҡа Насибулла ҡыҙы ҡаты сирләп китә. Хәҙер инде Вәдүт Әбләис улы үҙенең ҡотҡарыусыһының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала: һөйөклө ҡатынын төрлө дауаханаға алып йөрөй, уның менән бергә йөҙ ҡат үлеп терелә. Һөйөклө иренең һөйөүе, хәстәре һәм рухи ярҙамы ҡатынға ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.
Шөкөр, барлыҡ бәлә артта ҡалды. Әле һоҡланғыс пар гөрләтеп донъя көтә: мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, йорттары балҡып тора.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Шәрәй ауылы.