Матбуғат йорто алдында башҡорттоң оло шәхесенә — Шәһит Хоҙайбирҙинға бюст ҡуйылған. Ихтирам билдәһе ул. Әммә... Ысын күңелдән ихтирам итәбеҙме? Һәйкәл алтаҡтаһыҙ тора бит. Ниндәйҙер осло нәмә менән шәхестең исем-шәрифе сыймаҡланған, ләкин ул яҙыу күренмәй ҙә!
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға конкурстар үткәрелә. Лайыҡлылар премияны алһын. Әммә шөһрәтле шәхестең һәйкәле исемһеҙ торғанын нисек күрмәйҙәр икән? Нисек эстәре бошмай? Көн һайын матбуғат хеҙмәткәрҙәре ошо һәйкәл янынан үтә: эшкә килә, ҡайта.
Исем-шәрифен алтын менән яҙырлыҡ шәхескә һәйкәл ҡасанғаса шулай торор икән?
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА,
яҙыусы.