Баш ҡала мәктәптәренең береһендә спорт секцияһына йөрөгән балаларҙың ата-әсәһе араһында ғауға сыҡҡан.Видеокүҙәтеү камераһы күрһәтеүенсә, бер ир ҡатын кешене бәләкәй бала алдында этеп ебәргән. Артабан тышта әсә менән ике баланың юлын ҡара төҫтәге ҡеүәтле автомобиль ҡаплап ултырған да, ыҙғыш дауам иткән.
Ҡатын полицияға ғариза яҙған. Ике өлкән кеше ыҙғышының сәбәбе – спорт секцияһына бергә йөрөгән балаларының һыйышмауы.