Салауат районының Шәрип ауылында төнгө сәғәт өстә йортҡа ут тоҡана. Башҡоростан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өйҙә әсә менән биш бала була. Йортҡа янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылыуы ғына ғаиләне ҙур бәләнән ҡотҡарған.
– Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Янғын иҫкәртеү ҡорамалының тауышына уяндым. Шунда уҡ балаларҙы кейендереп, тышҡа сыҡтыҡ. Тиҙ арала янғын һүндереүселәр ҙә килеп етте. Иң мөһиме – беребеҙ ҙә зыян күрмәне, йортто ла һаҡлап ҡалдылар, – ти күп бала әсәһе.