Зыяратта эшләргә теләйһеңме?05.02.2019
Шаран районында ҡулы ҡысыған 42 йәшлек ханым күршеһен туҡмай. Рәнйетелгән ҡатын, әлбиттә, полицияға мөрәжәғәт итә, эш судҡа етә. Һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсегә штраф һалына һәм 60 сәғәт мәжбүр эшкә йәлеп ителә.

Әммә ханым язаһын үтәргә ашыҡмай. Ахырҙа уны бер көнгә ябып ҡуялар. Бынан һуң һуғыш суҡмары тейешле сәғәтен эшләй. Хәҙер ул ауылдағы зыяраттың ҡарын көрәй, сүп-сарҙы йыйыштыра.




Вернуться назад