Иң яҡшы кадастр инженеры ҡайҙа?05.02.2019
“Росреестр”ҙың төбәк буйынса идаралығында “Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсына йомғаҡ яһанылар.

Былтырғы һөҙөмтәләргә ярашлы Ишембай районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Ләйсән Әхмәтова “Хоҡуҡ теркәү буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр” тип билдәләнде. Асҡын һәм Ҡариҙел райондары буйынса район-ара бүлек начальнигы Эмиль Сәфәров иһә “Ерҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр” тип табылды.





Вернуться назад