Ҡунаҡты шулай ҡаршылайҙармы?!01.06.2012
Ҡунаҡты шулай ҡаршылайҙармы?!Башҡортостандың иң ҙур районы аша уҙған саҡта Торна менән Төлкө тураһындағы әкиәт иҫкә төштө. Төлкө һыйын — һай тәрилкәгә, Торна оҙон муйынлы көршәккә һалып, бер-береһен ас ҡайтарғанын ишеткәнегеҙ барҙыр. Беҙ ҙә, республикабыҙға туристар саҡырып, уларға тәбиғәт хозурлығын күрһәтергә вәғәҙә итеп, ҡайһы бер урындарҙа шул матурлыҡты сүп-сар менән "йәшерәбеҙ" түгелме?!

Республика етәкселеге туризмды үҫтереүгә, сит илдәрҙән сәйәхәтселәр йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа тармаҡты финанслау күләме 40 тапҡырға артҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев апрелдә Өфөлә уҙған "Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар" XII төбәк-ара күргәҙмәһендә хәбәр иткәйне. Ыңғай һөҙөмтәләр байтаҡ. Мәҫәлән, 2011 йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округында йәшәүселәр барып күрергә теләгән иң ылыҡтырғыс өс төбәк исемлегенә ингән.
Юл ситендәге сүп-сарҙың таулы-урманлы район хаҡында ғына түгел, тотош Башҡортостан тураһындағы ыңғай фекерҙе боҙоуы, сәйәхәттән алған тәьҫораттарҙы тоноҡландырыуы ихтимал. Был юл аша йыл әйләнәһенә бихисап халыҡ Әбйәлилдең шифалы күлдәренә, Бөрйәндең Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Баймаҡтың Талҡаҫ күленә, Ғәҙелша шарлауығына йөрөй.
Республикабыҙҙа туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән сығым менән тырышлыҡ үҙен аҡлаһын, ситтән ҡунаҡтар килергә атлығып торһон өсөн тәбиғәттең, юл ситтәренең таҙалығын талап итеү — мөһим шарт. Ҡунаҡ көткән саҡта өй уртаһына сүп өйөп һалып ҡуймайҙар ҙа баһа.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад