Онкология үҙәктәре ҡайһы ҡалаларҙа төҙөләсәк?05.02.2019
Алдағы өс йылда Өфөлә дүрт онкология амбулатор ярҙамы үҙәге төҙөләсәк, тағы ла туғыҙ үҙәк — республиканың башҡа ҡалаларында. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш онкологы Руслан Солтанов “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Өфөнән тыш, быйыл онкология үҙәктәре Нефтекама, Октябрьский, Күмертау ҡалаларында ла эшләй башлаясаҡ. Тик кадрҙар мәсьәләһе ҙур һорау тыуҙыра, билдәле булыуынса республикала әлеге ваҡытта ҡырҡтан ашыу онколог етешмәй.




Вернуться назад