Иң арзан фатир...05.02.2019
Эксперттарҙың һүҙенә ышанырға була. Улар быйыл иң ҡиммәтле һәм иң арзан фатирҙарҙың ҡайҙа төҙөлөүен яҡшы белә.

Ҡалала икенсел баҙарҙа фатирҙарҙың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 64,6 мең һум тәшкил итә, ҡаланан ситтә урынлашҡан йорттарҙа — 57,6 мең һум.

“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктарының әйтеүенсә, фатирҙарҙың хаҡы ҡайҙа урынлашыуына ҡарап билдәләнә. Ҡиммәтле һәм арзан биләмәләр араһында айырма 30 меңгә барып етә, ти эксперттар. Мәҫәлән, ҡала үҙәгендә торлаҡтың бер квадрат метры уртаса — 78,48 мең һум, Йәшел сауҡалыҡта — 70,38, Октябрь проспектында — 61,92, Сипайлово биләмәһендә — 60,34, Затонда — 53,58, Инорста 52,02 мең һум. Иң арзан фатирҙы Шаҡшала һатып алырға мөмкин — бер квадрат метры — 39,34 мең һум.





Вернуться назад