Бөгөн иртән Сибайҙан 50 бала Ишембай пульмонология шифаханаһына юл алды. Һаулығын нығытыуға ебәрелгән тәүге төркөмгә Сибай карьерынан 500 метрҙа урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән балалар инде.
Ҡала башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан шифаханаларына юллама һорап халыҡтан 300-ҙән ашыу ғариза килгән. Әле “Танып” шифаханаһы 50 кешене ҡабул итергә әҙер. Ҡырымға барырға теләгәндәрҙең 261 ғаризаһы ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта юлламаларҙан баш тартҡан кешеләр ҙә бар. Мәғлүм булыуынса, тиҙҙән (февраль аҙағы – март башында) Сибайҙан 500 бала Ҡырым шифаханаларында һаулығын нығытасаҡ.