Арзан хаҡҡа фатир алып ҡалығыҙ!05.02.2019
40 йәшлек Эдуард Ижбаев бик изге күңелле кеше булып сыға. 2011 – 2018 йылдарҙа шаҡтай кешене "фатирлы" итә ул.

Эдуард әфәнде был осорҙа төрлө дәүләт программаларына индереп, ташламалы хаҡҡа фатир алып бирешергә вәғәҙәләп, 34 кешене һемәйтә. Ә уларҙан алған 47 миллион һум аҡса кеҫәһенә инеп ята.

Кешеләрҙең ышанысына инер өсөн үҙен бер урында депутат ярҙамсыһы итеп күрһәтә, икенсе ерҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәре итеп таныта. Чиновниктар менән төшкән фотоларҙы йөрөтә. Тағы "изге күңелле ир" күптәрҙе уҡырға индерергә ярҙам итәм тип, 2,3 миллион һум аҡсаһын ала.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип тиккә әйтмәгән халыҡ. Ошо көндәрҙә алдаҡсы һаҡ аҫтына алынған.



Вернуться назад