“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына республика биләмәһендәге объекттарға ҡарата дәүләт теркәүе ғәмәлдәрен тыйыу буйынса 60 223 яҙма индерелгән. 2017 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 18,4 процентҡа кәмегән. Элгәре йыл иһә 73 812 милек объекты ҡулға алынған.
Мәғлүм булыуынса, бындай мөлкәтте һатып та, алмаштырып та булмай. Уны шулай уҡ бүләк итеү, залогҡа һалыу, ҡуртымға биреү һәм уға бәйле башҡа килешеүҙәр төҙөү тыйыла.