Өлгөлө ғаилә Стәрлетамаҡ районында йәшәй.
“Башҡортостан” гәзите өлгөлө ғаиләләрҙе даими яҡтырта килә. Уларҙың сынъяһау донъяһына, янып торған күҙҙәренә, сәскәләй балаларына, әсәй менән атайҙың бер-береһенә һөйөү хисенә һәм ихтирамына ҡарап, башҡа ғаиләләр ҙә өлгө ала, шундай камиллыҡҡа һәм аһәңлеккә ынтыла.
Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан тап ошондай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Зөлфиә менән Рәмил Насировтар быйыл бергә йәшәүҙәренә 20 йыл тулыуҙы туйлаясаҡ. Улар дүрт балаға ғүмер биргән, үҙ көстәре менән яландай ҙур, матур өй һалған, ишле мал, ҡош-ҡорт тоталар. Йорт хужаһы Рәмил Рауил улы Когалым ҡалаһындағы нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә вахта ысулы менән оператор булып эшләй, хужабикә Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы иһә – Наумовка дауаханаһында шәфҡәт туташы, ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй.
Өлкән улдары Айнур – Башҡортостан дәүләт аграр университетының икенсе курс студенты. Икенсе улдары Рөстәм 9-сы класта белем ала, техник фәндәр менән мауыға. Район ғилми-техник олимпиадаһында – икенсе, XXIII “Йәштәр технопаркы” республика йәш техниктар, конструкторҙар һәм рационализаторҙар слетында беренсе урындар яулаған егет роботтар эшләү менән дә әүҙем шөғөлләнә икән. Улай ғына ла түгел, Рөстәм урындағы хоккей командаһы ағзаһы ла.
Ҡыҙҙары ла һынатмай, Ләйсән 6-сы класта “бишле” билдәләренә генә уҡый, театр, бейеү түңәрәктәренә йөрөй, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша, район, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй буйынса олимпиадаларҙа алдынғы урындар яулай. Ә шулай ҙа ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү икән. Йәш рәссам сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлегендә уҡый, “Ҡурай сәскәһе”, “Башҡортостан ынйыһы” һәм башҡа ижади бәйгеләрҙә еңеүгә өлгәшә.
Кинйә ҡыҙҙары Әлиәнең дә апаһынан ҡалышмаҫҡа ниәте. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, төрлө түңәрәктәргә яҙылған, бигерәк тә бейеү менән ихлас шөғөлләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барғанда хужабикә уҡыуҙа булып ҡалды, уның ҡарауы, тәмле сәй, алсаҡ йөҙ менән Зөлфиә Әнүәр ҡыҙының әсәһе Фәүзиә инәй ҡаршы алды. Билдәле сәсәниә, шағирә, китаптар авторы Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә күптәргә яҡшы таныш. Ул үҙе ижад итеп, сығыш яһап ҡына ҡалмай, республика, Рәсәй кимәлендә төрлө сәсәндәр бәйгеләрен дә ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Тел, милләт һағында торған сәсәниәнең ейән-ейәнсәрҙәренә тәрбиә йоғонтоһо менән ҡыҙыҡһынам.
– Туған телде белеп, һөйләшеп үҫһендәр, тип тырышам тәү сиратта. Каникул мәлдәрендә миңә ҡунаҡҡа килгән саҡтарында төрлө йырҙар ҙа өйрәтәм. Үҙ балаларымды ла шулай үҫтерҙем. Беҙ йәшәгән Ғафури районы Родина ауылында урыҫ мәктәбе булды, башҡорт теле дәрестәре бөтөнләй уҡытылманы. Әммә беҙ ғаиләбеҙ менән өй эсендә башҡортса ғына аралаштыҡ, шуға күрә ҡыҙҙарым туған телде белеп үҫте, быға һөйөнөп бөтә алмайым. Хәҙер килеп улар: “Рәхмәт инде, әсәй, тиҫтерҙәребеҙ үҙ телдәрен белмәгәндә, беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ!” – ти.
Йорт-ҡуралары ғына түгел, күңелдәре лә киң булып сыҡты Насировтарҙың. Үҙҙәренең дә, уларҙы уратып алғандарҙың да тормоштарын йәмләп йәшәгән, хеҙмәт һөйгән, балаларын кескәй саҡтан эшкә, милли үҙаңға өйрәтеп үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән, һәр береһенең күңел ауазын ишетеп, яратҡан шөғөлдәре менән мауығыуҙарына юл асып, был өлкәлә бейеклектәр яулашырға ла ярҙам иткән ошондай әсәй, атай һәм өләсәйҙән күптәр үрнәк алһын ине, тип теләге килә.