Шамил Шәриповтан — район гәзите!05.02.2019
“Газпром-трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры, республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов районда йәшәгән күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, башҡалар ярҙамына мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә әленән-әле хәйриә ярҙамы күрһәтә. Ошо көндәрҙә балтастарға тағы бер изгелек эшләне Шамил Ғосман улы. Райондың төрлө ауылдарында ғүмер кисергән күп балалы 16 ғаиләне “Балтас таңдары” гәзитенә бер йылға яҙҙырҙы.

Беҙ Иҫке Тимкә ауылында йәшәгән Эльза менән Марат Хәбибрах­мановтар­ҙың ғаиләһендә булдыҡ. Улар алты бала тәрбиәләй. Өлкәндәре Артур Өфө ҡалаһында йәшәй, ун һигеҙ йәше тулған Әлиә Нефтекама колледжында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Айнур — туғыҙынсы, Илсаф — икенсе, Дамир беренсе класта белем ала. Ике йәшлек Айгөл әсәһе менән өйҙә.

Эльза Ҡәҙим ҡыҙы 2018 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

— Гәзиткә элек яҙыла инек. Һуңғы йылдарҙа, балалар үҫеп таралыша башлағас, ғаилә бюджеты ҡыҫылды. Район яңылыҡтарын сайттан уҡып беләбеҙ. Үҙебеҙгә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ, — ти хужабикә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Илнур Сираевтан квитанцияны ҡабул итеп.


Йорт тулы мал-тыуар аҫрап, йәйҙәрен баҡса, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәй Хә­бибрахмановтар. Эштә ҡыҙ һәм улдары ярҙамлаша.

Әсә капиталы аҡсаһына ауылда йорт һатып алғандар. Уны үҙ көстәре менән төҙөкләндергәндәр. Былтыр тәбиғи газ яғыулығы менән йылыта башлағандар, һыу үткәргәндәр.

— Бер ҙур теләгем бар, — тине Эльза Ҡәҙим ҡыҙы. — Автомобилгә идара итеү хоҡуғын алыу өсөн уҡыған йәштәр имтиханды Тәтешле районына барып бирергә мәжбүр. Теркәү-имтихан төр­көмөн үҙебеҙҙең районға ҡайтарһындар ине.


Райондың демография күрһәткесен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән Хәбибрахмановтарҙың был теләге киләсәктә тормошҡа ашырмы?


Вернуться назад