Көтөүе бар, көтөүсеһе табылырмы?01.06.2012
Көтөүе бар, көтөүсеһе табылырмы?Хәҙер ауыл ерендә халыҡ малды күп аҫрай. Әлбиттә, был шөғөл хуплауға лайыҡ. Әммә яҙ етеп, ер йәшәрә башлау менән урындарҙа мал көтөү мәсьәләһе килеп тыуа. Элек бындай проблема булмай торғайны, сөнки һәр ауылдың үҙ көтөүсеһе булды. Таң менән тороп, оҙон сыбыртҡыһын шартлатып, эйәренең ситенә көнлөк ашар ризығын элгән һыбайлының малды ҡыуғанын һәр кем хәтерләйҙер әле. Тап уларҙың хеҙмәте арҡаһында һәүкәштәр ҙә, кәзә-һарыҡ та ҡараулы ине. Хәҙер иһә көтөүсе табып булмай. Барыһы ла эшле булып бөттөмө, әллә был һөнәр юҡҡа сыҡтымы?!

Миҙал ике яҡлы, тигәндәй, ысынлап та, бөгөн көтөүсе булыу еңелдән түгел. Иң мөһиме — ат кәрәк һәм һинең һыбай йөрөй белеүең мотлаҡ. Көтөүсе йәйәү булһа, күпме генә йөрөмәһен, барыбер малды тейешенсә ҡарай алмаясаҡ. Икенсенән, аҡса мәсьәләһе — һәр хужа көтөү өсөн хаҡты ай һайын түләп бармай. Өсөнсөнән, көтөүсе булыу — ул ҙур яуаплылыҡ. Шуға күрә был эшкә ялланыусылар бик һирәк хәҙерге көндә.
Тейешенсә көтөү булмағас, мал аҙа, көтөүҙән ҡаса. Бәғзе хужалар бөтөнләй иркенгә ебәрә. Ә ҡарауһыҙ мал сабынлыҡтарҙы һәм сәсеүлектәрҙе тапай, һөҙөмтәлә ҙур зыян килтерә. Уның хужаһына тейешле яза бирелмәй, шунлыҡтан мал эйәһе үҙендә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай.
Дөрөҫ, район хакимиәте ҡарарына ярашлы, ауыл биләмәләрендә был мәсьәләне тәртипкә һалыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, йылҡыны тамғалау (һәр ауылдың үҙ тамғаһы булыуы шарт), барлыҡ һыйыр малын биркалау кеүек саралар үткәрелә. Һөҙөмтәлә ҡарауһыҙ малдың хужаһын асыҡлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Хәтеремдә, бала саҡта ауыл янындағы борсаҡ баҫыуына быҙау төшһә лә, баҫыу ҡараусыһы уны шунда уҡ ябып ҡуя ине. Үҙеңдең ғәйепле икәнеңде танып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына был турала атай-әсәйгә еткерәһең. Улар штраф түләп, быҙауҙы сығарып ала. Нисек кенә булмаһын, һәр ерҙә тәртип булырға тейештер, хатта көтөүҙе ойоштороу мәсьәләһендә лә. Көтөүсе абруйын нисек күтәрергә? Ай һайын тейешле хаҡын түләп, көҙгөһөн уға бесәнен, ашлығын биргәндә, кем белә, бәлки, ауыл ерендә үҙҙәре теләп был эшкә тотоноусылар ҙа табылыр ине.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.


Мәхмүзә СӘҒӘҘӘТОВА, Таулыҡай ауылы хакимиәте башлығы:
— Биләмәгә ҡараған ауылдарҙа йыл һайын мал көтөү мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Көтөүселәр билдәләнгән, һәр береһенә ат һәм тейешле кәрәк-яраҡ бирелде. Шуныһы ҡыуаныслы: Ленин исемендәге хужалыҡ йыл һайын көтөүселәрҙе ат менән тәьмин итә, көҙөн ашлығын бирә. Ауыл халҡы менән сход үткәреп, бер баш һыйыр малына 150 һум хаҡ ҡуйҙыҡ, ваҡ малды сиратлап көтәсәкбеҙ. Ауылда көтөүсе — кәрәкле һөнәр.

Ғәлинур ВӘЛИЕВ, Байыш ауылы көтөүсеһе:
— Әле күптән түгел мал көтөргә килешеү төҙөнөм, халыҡ йыйылып хаҡ билдәләне. Атты хужалыҡтан алдыҡ, электән малсылыҡта эшләнем, шуға күрә көтөүсе һөнәре миңә ят түгел. Көҙгә тиклем малды имен-һау көтөргә ине иҫәп.

Тәнзилә ФӘЙЕЗОВА (ауылын күрһәтмәүҙе үтенде):
— Ауылдарҙа көтөүсе табып булмай, сөнки уға түләргә аҡса юҡ. Һәр хәлдә мал эйәләренең күбеһе ваҡытында түләй алмай. Ярай, көтөүсе лә табылды, ти, ләкин шулай ҙа була: ул бер-ике ай көтә лә бесән ваҡыты етһә, ташлай. Сәбәбе: барыһы ла тейешле хаҡты түләмәй. Шунан башлана мәхшәр: мал сабынлығыңды тапап китәме, күбәңде һөҙөп, ер менән тигеҙләйме, сәсеүлектәргә төшәме. Ҡайһы бер мал хатта ҡайтмай ҙа. Шуға күрә көтөүсе мәсьәләһен ҡыш айынан уйлап, ауыл хакимиәте ярҙамы менән һәр өй башынан 100 һум булһа ла аҡса йыйып, шуны тәүҙә көтөүсегә түләп, һуңғы айҙарҙа мал хужаларына һөтөн йә ҡаймағын һатып, аҡса табыу бурысын ҡуйһалар, күпкә еңелерәк булыр ине тигән тәҡдимем бар. Шунһыҙ көтөүсене көҙгә тиклем тотоп булмай, йыл һайын бер үк хәл ҡабатлана.


Вернуться назад