“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, 6 февралдә республика буйынса төндә ҡар яуа, еңелсә буран сыға, юлдарҙың айырым участкаларына ҡар һалыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 17-22, көнсығыш райондарҙа 25-30, көндөҙ 10-15, көнсығышта 20 градусҡа тиклем һалҡын була.
7 февралдә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көнсығыш биләмәләрҙә яуым-төшөмһөҙ. Айырым райондарҙа буран сығыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 16-21, аяҙытҡанда 25-30, көндөҙ 8-13, көнсығыш райондарҙа 18 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә.