Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, 700 мең самаһы инвалид бала иҫәпләнә. Башҡортостанда ундайҙар һаны – 16 меңдән ашыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар көндән-көн үҫә. Һаулығында кәмселектәре булған балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләр нисек йәшәй, уларҙы ниндәй ауырлыҡтар борсой икән?
Светлана, 46 йәш, Ғафури ра-йоны:
– 41 йәшем тулғас, бәпес һағындым тип, ҙурайған балаларым янына тағы берҙе табып алғайным. Уның даун сирле булып тыуырын алдан уҡ белдек, тик көтөп алған сабыйҙы донъяға килмәҫ элек үлтерергә ҡулым барманы. Сирле тип ҡыҙыбыҙҙы бер кем дә ҡырға типмәй, киреһенсә, бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ. Инвалидмы, түгелме, ул бит беҙҙең бала, мөхәббәт емеше. Аллаһ шулай итеп яратҡан икән, ҡабул иттек. Ауырлыҡтар бар, әлбиттә. Еңел булыр тип көтмәнем дә, быға әҙер инем. Һәүетемсә генә йәшәйбеҙ шөкөр.
Резидә, 21 йәш, Өфө ҡалаһы:
– Инвалид бала менән нисек ауыр икәнлеген һау бала тәрбиәләгәндәр күҙ алдына ла килтерә алмай. 19 йәшемдә генә таптым уны. Туҡтауһыҙ дауаханалар, реабилитация үтеүҙәр... Файҙаһы булманы, ике йыл үткәс, түҙмәй ирем ташлап китте. Әлдә атай-әсәйем беҙҙе ҡабул итте, әле улар менән торабыҙ. Һау балалы кешеләргә көнләшәм. Улар: “Эй балалар тынғыһыҙ, арып бөттөм”, – тип һөйләй башлаһалар, шул тиклем йәнем көйә. Әйҙә һикерһен, көлһөн, шаярһын, донъяның аҫтын-өҫкә килтерһен, тик һау ғына булһын бала, шуны аңламайҙар. Берәй заман яҡшы кешегә кейәүгә сығып сәләмәт бала табырға хыялланам. Әлбиттә, быныһын ташлау тураһында һүҙ ҙә юҡ. Иңемә төшкән һынауҙы ғүмер буйы тартырға әҙермен.
Ралина, 35 йәш, Борай районы:
– Игеҙәктәр тыуа тигәс, шатлығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Тик уларҙың береһе инвалид. Ниндәй булһа ла, үҙемдекеләр. Бер кемдән дә кәмһетергә ирек бирмәйем. Баламды мин яҡлашмаһам, яратмаһам, кем ҡурсалар, кем аңлар? Һау һыңары ла туғанын ярата, ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә бер кем дә уның кәмселектәрен күрмәй. Атайҙары ла һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, сирлеһен хатта яҡыныраҡ та күрә кеүек тойола. Ҡыҙымды инвалид тип өйҙә тотмайбыҙ, унан оялмайбыҙ, кеше араһына алып сығабыҙ.