Ҡаңлы – данлы ырыуБоронғо башҡорт ырыуҙарының береһе – ҡаңлылар 5 июндә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үҙҙәренең II йыйынын уҙғара.
Сарала Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы, Дүртөйлө, Кушнаренко, Благовар, Борай, Мишкә райондарында, Нефтекама, Өфө ҡалаларында йәшәүсе ырыуҙаштар ҡатнаша. Йыйында Ҡаңлы ырыуының тарихын өйрәнеү, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлау, ырыуҙаштарҙың рухи берҙәмлеген нығытыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ. Йыйын көндөҙгө 11-ҙә башлана.
Сыуашстандың сағыу йондоҙҙары – беҙҙә ҡунаҡтаСыуаш Республикаһы мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Бишбүләк һәм Ауырғазы райондарының сәхнәләрендә спектаклдәр, концерт программалары күрһәтелде, күргәҙмәләр, осрашыуҙар ойошторолдо.
К. Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры ҡуйған "Ялта" спектакле стәрлетамаҡтарҙың күңеленә хуш килде, Саҡмағош районы тамашасылары иһә Сыуаш дәүләт бейеү һәм йыр академия ансамбле концертын алҡышланы. Шулай ҙа иң сағыу тамаша тип Өфөлә күрһәтелгән тәүге сыуаш мюзиклын атарға булалыр. Сыуаш әҙәбиәте классигы, яҡташыбыҙ Константин Ивановтың легендар әҫәре буйынса ҡуйылған "Нарспи" мюзиклы — Сыуашстандың мәҙәниәт томошондағы иң сағыу күренештәрҙең береһе, биш йыл рәттән ҙур аншлаг менән бара.
Мәҙәниәт көндәрендә Сыуашстандың 300-ҙән ашыу мәҙәниәт, сәнғәт әһеле ҡатнашты. Бындай сара һуңғы тапҡыр Башҡортостанда 1982 йылда уҙғарылған.
Паркка инеү түләүһеҙ!Туймазы районы прокуратураһы "Ҡандракүл" тәбиғәт паркындағы контроль-үткәреү пункттарын һүтеп ташлауҙы талап итә.
Билдәле булыуынса, парк етәкселеге, ике шлагбаум ҡуйып, парк биләмәһенә ингән автомобилдәрҙән аҡса йыйған. Ә апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте тәбиғәт парктарына инеү-сығыу бушлай булыуы хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. "Ҡандракүл" паркы етәкселегенә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған.
"Туймазы хәбәрҙәре".
Бында урман гөрләйәсәкВалентиновка ауылы мәктәбенең VI-VIII, Х класс уҡыусылары "Ағас ултырт!" район акцияһында әүҙем ҡатнашты.
Балаларҙың тырышлығы менән яланда киләсәктә шыршы урманы гөрләйәсәк. Эш дәррәү барҙы, 12 гектар майҙанда 54 мең үҫенте ултыртылды.
"Архангел хәбәрҙәре".
"Ҡарға бутҡаһы" тәмле...Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында күркәм байрам – "Ҡарға бутҡаһы" үтте.
Йыл уңышлы килһен, ямғыр ваҡытында яуһын, иген мул үҫһен, халыҡ татыу йәшәһен – ошондай изге теләктәр менән һуғарылған, күңелле итеп ойошторолған йолала ауыл халҡы бик әүҙем ҡатнашты. Кешеләрҙе өйҙән-өйгә инеп байрамға саҡырҙылар, һөбә йыйҙылар. Бер ни тиклем ваҡыттан ҡолға таҫтамал-яулыҡтарҙан сыбарланды, ауыл өҫтөн йыр-моң сорнаны. Уйындарҙа йәше-ҡарты ҡатнашты, ауыл һәүәҫкәрҙәре күркәм концерт ойошторҙо. Ул арала тирмә янындағы оло ҡаҙанда тәмле бутҡа бешеп сыҡты. Байрамға килгән кешеләр уны ауыҙ итеп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, киләһе йыл тағы ла ошондай сара үткәрергә һүҙ ҡуйып таралышты.
"Торатау".
Донъя – үҙе театр...Федоровка тарафтарында һәләтле кешеләр күп: "Алтын битлек" һәүәҫкәр театр коллективтарының район фестивале ошоно тағы иҫбатлай.
Апрель аҙағында бәйге Бала Сытырман ауылында старт алғайны. Артабан Батыр, Яңы Софиевка, Юлдаш, Иҫке Михайловка, Денис, Оло Сытырман, Орловка, Тәнәй, Покровка ауылдары һәүәҫкәрҙәре сығыш яһаны. Сара республикала иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналғанға күрә, сәхнәләштерелгән әҫәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек ғаилә проблемаларына, туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә, әхлаҡ темаһына ҡағылышлы булды. Эш араһында сәнғәткә ваҡыт тапҡан, һәләттәрен, мөмкинлектәрен күрһәтергә уңайһыҙланмаған райондаштарҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ.
"Ашҡаҙар таңдары".
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ...Стәрлетамаҡ ҡалаһының суд приставтары эшһеҙ уҙамандың "Lexus" автомобилен ҡулға алған. Бик ҡиммәтле автомобиль кредитҡа һатып алынған, әммә эшһеҙ ҡалғас, ир банк алдындағы бурысын түләмәгән.
Банк суд приставтарына мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә автомобилде Өфөлә тапҡандар, әле ул махсус урында һаҡлана. Әйткәндәй, 2011 йылда һәм ағымдағы йылдың дүрт айында Башҡортостандың суд приставтары бурыстарын түләмәгән кешеләрҙең 340 автомобилен тартып алған.
"Стәрлетамаҡ эшсеһе".
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.