Ауыл кешеһенә ҡарлы-буранлы, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йылы ла, уңайлы һәм дә йомшаҡ быймаһыҙ булмай, ҡышҡы аяҡ кейеменең иң шәбе ул, минеңсә.
– Быйылғы сатлама һыуыҡ ҡышта бер ҡасан да быйма кеймәгән кешеләр ҙә беҙгә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Балалар быймаһы ла бик үтемле, шулай уҡ быйма баштарына (ҡата) ихтыяж күп. Аяҡ кейемен көҙгө йөндән генә баҫабыҙ, сеймалды район халҡынан йыйып алабыҙ. Килтереп тә бирәләр, йөн хаҡына ҡушып быйма алыусылар ҙа бар, — ти “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Фәнис улы Нурисламов.
Николо-Березовка ауылында урынлашҡан быйма баҫыу цехында әле эштең ҡыҙыу осоро, халыҡтан заказ күпләп килә. Хатта күрше райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр икән. Бина 1958 йылда сафҡа индерелгән, хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған. 1958 йылғы йөн тетеү станогы бөгөн дә хеҙмәт итә, уны йәй ремонтлағандар. Тетелгән йөн артабан “Крокодил” тип аталған ҡоролмала махсус эшкәртелә, йыйыу цехында буласаҡ быйманың үлсәме махсус ҡалыптар ярҙамында билдәләнә. Бер үк үлсәүҙең дә төрлө ҡалыптары бар: аяҡтың йыуан йәки нәҙек булыуы иҫәпкә алып яһалған. Ҡайнар һыуҙа йыуылып, йөн ултырғас, уны махсус ҡоролма ярҙамында эшкәртеп киптерәләр. Бынан тыш, башҡа махсус ҡоролмалар ҙа ҡуйылған. Әйткәндәй, миҙгелле эш булғанлыҡтан, быймаға ихтыяж октябрь – март айҙарына тиклем генә була. Бөгөн бында 17 кеше эш менән мәшғүл, йәштәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән боронғо аяҡ кейеме етештереүҙә тырышлыҡ һала.
Әйткәндәй, быйма ғына баҫмайҙар бында, халыҡҡа башҡа хеҙмәт төрҙәре лә күрһәтелә. Һарыҡ йөнө ҡабул итәләр, йөндө таҙартып, тетеп тә бирә улар. “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең быйма оҫталары быуындан быуынға тапшырылып килгән иң яҡшы йолаларҙы тергеҙеп, уны һаҡлап эшләй. Шуға ла тауарҙы сифаты, хаҡы һәм ныҡлы булғаны өсөн халыҡ яратып һатып ала.
Быйма баҫыу өсөн таҙа һарыҡ йөнө генә ҡулланыла, шуға күрә быймаларҙың формаһы яҡшы һаҡлана, ултырмай. Шунлыҡтан уларҙы экологик яҡтан таҙа продукция тип атарға мөмкин. Медицина белгестәре лә быймаларҙың кеше сәләмәтлегенә бик яҡшы йоғонто яһауын билдәләй. Һарыҡ йөнө дымды һурыу һәм парға әйләндереү, йылыны туплау һәләтенә эйә, шуға күрә ул һыуыҡ үтеп сирләгәндә, ревматизм, радикулиттан һәм башҡа быуын-мускул сирҙәренән йонсоғанда организмға ыңғай тәьҫир итә.
Быйма баҫыу цехында һатып алыусылар өсөн уңайлы күргәҙмә залы ойошторолған. Унда үҙеңә кәрәкле төҫтәгеһен, төрлө үлсәмдәгеһен, бөхтә итеп баҫылған, аппликация һәм төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән аяҡ кейемен табырға мөмкин.
Бөгөн йәмғиәт бер айҙа 300 пар быйма етештереп, ҡулланыусыларҙы ҡулдан баҫылған аяҡ кейеме менән тәьмин итә. Нефтекама ҡалаһында үҙҙәренең сауҙа нөктәһе эшләй. Балтас, Ҡалтасы, Борай, Тәтешле, Краснокама райондары халҡы ла сифатлы продукцияға өҫтөнлөк бирә икән. Ошо уҡ райондар халҡынан йөн һатып алалар.
Йәмғиәт төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға ла өлгөргән. “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” республика конкурсында, мәҫәлән, дипломға лайыҡ булғандар. “Йыл эшҡыуары-2018” бәйгеһендә лә йәмғиәт данын йыраҡтарға таратҡан.
— Шөкөр, беҙ етештергән тауарҙарға ихтыяж ҙур, сифаты, ныҡлығы күптәрҙе ылыҡтыра, — ти Рөстәм Нурисламов. — Республика, район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй, һәр яҡлап яҡлау булғас, эшкә дәрт ташып тора, күңел дә күтәренке.