Халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау һәм уларға тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү — республика етәкселегенең, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Шөкөр, ҙур ауылдарҙа ғына түгел, хәҙер төпкөлдә лә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Бөгөн урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә, балаларҙың һәм ололарҙың һаулығын ҡайғыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
Краснокама районының Әшит ауылы халҡы әле заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында тейешле медицина ярҙамы ала, дауалана. Үҙәк район дауаханаһына тиклем — 49 саҡрым. Әшиттә 80-гә яҡын кеше йәшәй, алты бала иҫәптә тора.
Яңы бина заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Һалҡын һәм эҫе һыу, йылылыҡ менән тәьмин ителгән, санузел үткән. Ингән урында пандус ҡуйылған. Пунктта бөтә кәрәкле медицина йыһаздары, интернет бар. Бында процедура, ҡабул итеү, балалар һәм гинекология бүлмәләре эшләй. Район үҙәгенән дә табиптар килеп, ауыл халҡын дауалай, ашығыс ярҙамға мохтаждарҙы Өфөгә йә булмаһа район үҙәк дауаханаһына тикшереүгә ебәрә.
— Яңы ФАП-ты ауыл халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды, быға тиклемгеһе ныҡ иҫкергәйне, — ти ауыл фельдшеры Люциә Хәким ҡыҙы Шәғәлиева. – Һөнәремде бик яратам, бына 44 йыл инде халыҡ сәләмәтлеге һағындамын. Ауылдаштар гел ауырып ҡына түгел, ә ҡайһы ваҡыт хәл белергә тип тә килә. Рәхмәт Хөкүмәтебеҙгә, район етәкселегенә.
Люциә Шәғәлиева Удмурт республикаһының Сарапул медицина училищеһын 1977 йылда тамамлаған. Бер нисә йыл Ижевск ҡалаһында, аҙаҡ Себер тарафтарында фельдшер булып эшләгән. Тыуған яҡтарына 2009 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан.