Исмәғил Аҡъюловтың “Башҡортостан” гәзитенең 18 ғинуар һанында баҫылған “Ни өсөн Үрген йоҡлай?” тигән мәҡәләһенә яуап яҙырға булдым.
Ейәнсура районындағы Үрген — иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Бында 300 тирәһе йортта 1300 кеше йәшәй. Ысынлап та, “Заветы Ильича” колхозы тарҡалды, таҡта бысыу цехы, тимерлек бөттө. Малсылыҡ тармағының бер тимере лә, кирбесе лә ҡалманы тиерлек — шуныһы күңелде өшөтә. Күптәр эшен юғалтты, әммә һыр бирмәй үргендәр, үҙ йүнен күрер өсөн ни генә атҡарырға тырышмайҙар. Хәҙер күбеһе эшҡыуарлыҡҡа тотондо. Кемдер күпләп ҡош-ҡорт аҫрап һата, ҡайһы берҙәре малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ, сауҙа менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, Лена Яҡупова, Тутыя Хаҡова, Гүзәл Аҡсурина, Нәсимә Искәнйәрова апайҙарҙың шәхси магазиндары ауылға йәм биреп ултыра. Фермер Фәрит ағай Янбаев таҡта бысыу цехы асып ебәрҙе, ул игенселек һәм ағас эше менән булыша. Ә Радик Янбаев күпләп мал тота.
Башҡорт халҡы борон-борондан солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, беҙҙең ауылда ла күпләп ошо кәсепте үҙ иткәндәр. Ғәфүр Ҡолтаев, Илшат Сәйфуллин, Даян Аҙнабаев кеүек уңғандар — шуға асыҡ миҫал.
Беҙҙең ауылдың уртаһында мәсет, өс ҡатлы мәктәп, райпо магазины, балалар баҡсаһы, медпункт, мәҙәниәт йорто тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ултыра. Мәсетебеҙгә әйҙәүселәр — муллабыҙ Азат Ейәнбирҙин менән абыстайыбыҙ Гүзәл Аҡсурина. Күренекле аҡһаҡалыбыҙ, дауалаусыбыҙ, күрәҙәсебеҙ, муллабыҙ Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюловҡа йыл һайын аят уҡытыла. Мәҙәниәт усағы ла гөрләп тора, һәр байрам һайын концерт, тамаша ойошторола.
Үрген халҡы бер ваҡытта ла йоҡламаны, ә, киреһенсә, сәмләнеп, бер-береһенә ярҙам итешеп, өй һала, машина, трактор алып, ниндәйҙер шөғөл табып йәшәй бирә. Мин ауылымдың бал ҡорто һымаҡ эшсән кешеләрен ихтирам итәм һәм улар менән ғорурланам.
Гөлфиә СӘЙФУЛЛИНА.
Ейәнсура районы,
Үрген ауылы.