Өҫтәмә сүп һауыттары ҡуйылды05.02.2019
Благовар районында йәшәгән ҡатын төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йыл башынан алып Языков ауылында сүп-сарҙы ситкә сығарыу мәсьәләһенең киҫкенләшеүе тураһында белдергәйне.

– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡ­тарҙы йыйыу һәм ситкә сығарыу буйынса мөрәжәғәттәр иғтибар­һыҙ ҡалмай, – тип яуап бирҙе Благовар районы хаки­миәте башлығы урынбаҫары Таһир Мостаев. – Языков ауылында коммуналь ҡалдыҡтар графикка ярашлы, йәкшәмбенән тыш, көн һайын, яңы урамдарҙа шаршамбы көндәрендә ситкә сығарыла. Был график менән “Благоварские вести” район гәзитенең 15 ғин­уарҙағы 5-се һанында һәм муниципаль район сайтында та­нышырға мөмкин.


Сүп-сар һауыттарының етмәүе хаҡында беләбеҙ, мәсьәләне хәл итәбеҙ. Ғинуар уртаһында ауыл биләмәһе өҫтәмә рәүештә 16 контейнер һатып алды, шулай уҡ сүп-сар һауыттары менән тәьмин итеү буйынса оператор менән дә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларҙы ҡуйыу урындарын билдә­ләйбеҙ. Яңы коммуналь хеҙмәт буйынса эште яйға һалыу өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәклеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Сабыр булайыҡ!


Вернуться назад