Республика етәксеһе Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмә үткәрҙе. Видеоконференция рәүешендә барған сарала муниципалитеттар һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Тәүҙә халыҡ мөрәжәғәттәре менән эш буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская төбәк етәксеһенең шәхси аккаунттарына, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш буйынса идаралыҡҡа килгән һаулыҡҡа ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды. Үткән аҙнала 75 мөрәжәғәт теркәлгән, күбеһе Сибайҙағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Башҡа темалар ҙа бар — тар белгестәр һәм матди-техник ҡорамалдар етешмәүе, медицина учреждениелары торошо, дарыуҙар менән тәьмин итеү.
Шул мәсьәләләрҙең береһе Стәрлетамаҡ поликлиникаһында бер нисә йыл элек сафтан сыҡҡан флюорография аппаратына ҡағыла. Уны ремонтлау мөмкин булмағас, “КамАЗ” автомобиле базаһында күсмә флюорография комплексын ойошторғандар. Стәрлетамаҡтар ҡышҡыһын һыуыҡта сиратта тороуға зарлана. Радий Хәбиров яңы стационар флюорографты монтажлауҙы 1 июлгә тиклем тамамларға ҡушты.
* * *
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин киҫкен коронар синдромы менән бәйле үлем осраҡтарын кәметеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Етәксе әйтеүенсә, бөгөн ошондай сиргә юлыҡҡан ауырыуҙарға махсус кардиология ярҙамы 12 ангиографик ҡоролма урынлаштырылған 18 тәүге ҡан тамырҙары бүлексәһендә һәм алты төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә күрһәтелә.
Былтыр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә биш яңы ангиограф һатып алынған. Уларҙың өсәүһе Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник һәм 21-се ҡала дауаханаларындағы, Республика кардиология үҙәгендәге иҫкереп сафтан сыҡҡан ҡорамалдарға алмаштырылды. Тағы ла икәүһе 1 марттан Өфөнөң 18-се һәм Нефтекамалағы дауаханаларҙа эшләй башлаясаҡ. Быйыл шулай уҡ Белоретта ангиографты монтажлау эше планлаштырыла.
Радий Хәбиров Урал аръяғы төбәгендә ангиограф кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”ндә уны һатып алыу варианттары һәм сроктары тураһында һүҙ барасаҡ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Сибайҙа һанлы флюорографты сафҡа индереүҙе тиҙләтеүҙе һәм 1 мартҡа тиклем бөтә тейешле эште тамамларға ҡушты.
Һуңғы биш йылда республикала киҫкен коронар синдром осраҡтарында яһалған операциялар күләме һиҙелерлек артты. Шунтлау операциялары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең тәүге бише иҫәбендә.
Максим Забелиндың билдәләүенсә, киҫкен коронар синдромы осраҡтарында үлемде кәметеү резервтары етерлек: матди-техник базаны артабан нығытыу, медицина персоналын уҡытыу, халыҡҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикалау буйынса мәғлүмәт биреү. Ошо ауыр сирҙе үткәргән һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы менән дауаланған пациенттарҙы 12 ай дауамында дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү бик мөһим. Радий Хәбиров был ярҙам сараһын 2019 йылдың икенсе яртыһынан уҡ ҡулланыу өсөн хәҙерҙән мәсьәлә өҫтөндә эшләргә ҡушты.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға туҡталды.
Тәүге йүнәлеш — дауаханаларҙа, клиникаларҙа, диспансерҙарҙа һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы пациенттарҙы дарыуҙар менән дауалау. Ул Мотлаҡ медицина страховкаһы, федераль һәм республика бюджеттары, бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Былтыр ошо маҡсатҡа 7,3 миллиард һум аҡса тотонолған.
Икенсе йүнәлеш — амбулатор-поликлиник ярҙам күрһәтелгәндә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү. Ҙур сығымлы нозологиялар буйынса ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡиммәтле дарыуҙар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан федераль бюджет средстволары иҫәбенә һатып алына. 2019 йылға федераль льготаға эйә булыусыларҙы тәьмин итеү өсөн — 840 миллион һум, төбәктәге льготаға эйә булыусыларға 1,8 миллиард һум бүленгән.
Республика етәксеһенең билдәләүенсә, граждандар үҙҙәренең мөрәжәғәттәрендә барыһынан да элек дауаханаларҙа ғәҙәти дарыуҙарҙың һәм медицина кәрәк-яраҡтарының етешмәүенә зарлана. Ул был хәлде анализларға һәм түләүһеҙ бирелергә тейешле дарыуҙарҙы табиптарҙың һатып алырға мәжбүр итеү осраҡтарын тамырынан бөтөрөргә ҡушты.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә шулай уҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы комплексын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.