Башҡортостанда яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы дарыу препараттары алыуға былтырғыға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк аҡса бүленгән.Республика клиник онкология диспансерының баш табибы, төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгес-онкологы Руслан Солтанов һүҙҙәренсә, был сумма 2,5 миллиард һумға еткән.
“Ошо аҡса барлыҡ беренсел ауырыуҙарҙы дарыу терапияһы менән тәьмин итергә етергә тейеш, – тине баш онколог. – Бынан тыш, биш миллиард һумға яҡын аҡса ҡорамалдар алыуға йүнәлтеләсәк, уның дүрттән бер өлөшө – республика ҡаҙнаһынан. Өҫтәүенә радиологияны заманса йыһазландырыу өсөн 1,5 миллиард һум бүленде”.