Ышанмайҙар04.02.2019
Халыҡ “сүп-сар реформаһы”н шикләнеү менән ҡаршы алды һәм был борсолоу, нигеҙҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә рөхсәт алған эшҡыуарҙарға ҡарата белдерелә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ойошторған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

– Эргәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар күмелергә тейешле полигондар барлыҡҡа киләсәк ауылдар һәм ҡасабалар халҡы был эшкә теше-тырнағы менән ҡаршы, – тине Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев. – Улар сүп-сар ташыған йәки эшкәртергә йыйынған шәхси предприятиеларға ышанмай, тирә-яҡты һәләк итерҙәр тип уйлай. Дөрөҫөн әйткәндә, хәл маҡтанырлыҡ түгел, сөнки төбәк операторҙары үҙ бурысын еренә еткереп үтәй аласағын күрһәтмәне әле. Мәскәүҙән алыҫ түгел бер полигонды ҡарарға тура килде: ҡалдыҡтар өйөмөнөң бейеклеге 30 метрға етә!

Палатаның экология һәм тирә-яҡ мөхиттән файҙаланыу буйынса комиссияһы рәйесе Альбина Дударева теге йәки был операторға ҡалдыҡтар менән эшләргә рөхсәт бирмәүҙе һорап тотош коллективтарҙың мөрәжәғәт иткән осраҡтары барлығы тураһында һөйләне.

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү предприятиелары төҙөргә йыйынған инвесторҙар ҙа был тармаҡтағы ҡағиҙәләрҙең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә икән.


Вернуться назад