Һәр кем лайыҡлы хеҙмәткә хоҡуҡлы04.02.2019
Өфөлә “Хеҙмәт даирәһе киләсәге: барыһына ла лайыҡлы хеҙмәт” халыҡ-ара форумы башланды. Уны асыуҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Сара Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы булдырылыуҙың һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Ул ике көн дауам итәсәк.

Төп маҡсат – хеҙмәт мөнәсәбәттәре даирәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереп, уның киләсәген күҙаллау, социаль-иҡтисади өлкәнең заман талаптарына ярашлы үҫеш йүнәлештәре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу.


Вернуться назад