“Сосбикә”01.06.2012
Була бит йомро башлы әҙәмдәр. Ана, Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Светлана Ғәлиеваның сослоғона күптәр хайран ҡалды.

Арыу ғына эшләп йөрөгәндә, 54 йәшлек ханым ҡыҫҡартыуға эләгә лә эш менән тәьмин итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Бисараны сиратҡа ҡуялар һәм биш мең һум самаһы пособие тәғәйенләйҙәр. Ә үҙенең 2009 йылдан бирле инвалид бала тәрбиәләгән өсөн пенсия алыуы хаҡында ләм-мим.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тип бик хаҡ әйткән боронғолар. Светлана бер мәл үҙәккә килгәнендә үҙе лә һиҙмәҫтән пенсия алыуы тураһында әйтеп ысҡындыра. Пенсия фонды идаралығында ла был хәбәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлайҙар.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, “сосбикә”гә аҡсаны кире ҡайтарырға тура килә, “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Бындай ҡылыҡ өсөн, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына ярашлы, 120 мең һумға ҡәҙәр штраф йәки ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад