Башҡортостанда юлдар, айырыуса мәктәп автобустары йөрөгәндәре, пландан тыш тикшерелә, шулай уҡ пассажирҙар өсөн транспорт сараларын техник күҙәтеү ойошторола.
Бер аҙна эсендә Башҡортостанда 51 авария теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше һәләк булған, 62-һе имгәнгән. Фажиғәләрҙең сәбәбе – ҡаршы яҡ юлға сығыу һәм тиҙлек талабын үтәмәү.
1 февралдә Учалы районында мәктәп автобусы юлдан сығып осҡан. Бәхеткә күрә, балалар зыян күрмәгән. 3 февралдә иһә Дүртөйлө районында “Киа Сид” автомобиле водителе, алда барған машинаны уҙам тип, ҡаршы яҡ юлға сыҡҡан һәм “Пежо” менән бәрелешеп, һәләк булған. Ошо уҡ көндө Салауат һәм Ейәнсура райондарында ла юл фажиғәләре теркәлгән.