Карантинға саҡ ҡына иртәрәк04.02.2019
Карантинға саҡ ҡына иртәрәкҮткән аҙнала, 26 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, Башҡортостанда киҙеү һәм ОРВИ менән 26 мең кеше сирләп киткән. Уларҙың 64 проценты - өс йәштән алты йәшкә тиклемге балалар. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында “Роспотребнадзор”ҙың төбәк етәксеһе, Башҡортостан буйынса баш санитар табип Евгений Степанов хәбәр итте.

“Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, ауырыу буйынса эпидемиологик кимәл 28 процентҡа артҡан. Сирлеләрҙең иң күбе Өфөлә теркәлгән. Бер аҙна эсендә улр һигеҙ мең кешегә етте”, – тине ул.


Шул уҡ ваҡытта, Евгеней Степанов белдереүенсә, белем биреү учреждениеларын карантинға ябыу тураһында һүҙ йөрөтөргә әле иртәрәк.

“Уҡыу процесын туҡтатыу буйынса әлегә ҡарар булманы. Беҙ уҡыу йорттары етәкселәре менән һөйләшеп ҡуйҙыҡ: улар сир артыу процесын контролдә тотасаҡ һәм ауырып киткәндәр бер класта 20 проценттан артһа, карантин тураһында ҡарар булыуы ихтимал”, – тине ул.






Вернуться назад