Инорс - Өфөлә иң хәүефле район04.02.2019
Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары секретары Алексей Касьянов Өфөнөң Калинин районындағы Инорс биҫтәһендә енәйәтселек һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеү программаһы проекты тураһында хәбәр итте.

Мәғлүм булыуынса, былтыр декабрь башында төбәк Хөкүмәтендә тап ошо биҫтә бер нисә күрһәткес буйынса Өфөлә иң хәүефлеһе, тип танылғайны. Йәмәғәт урындарында енәйәттәр, ғәҙәттә, ҡараңғы төшкәс ҡылына, биҫтәләге Ферин, Транспорт, Лесунов, Төхвәт Йәнәби, Мушников урамдарында хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы, тип билдәләнгәйне.

Әле биҫтә әүҙем үҫә, халыҡ һаны арта. Бөтә үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, Өфө һәм Калинин районы хакимиәте менән берлектә биҫтәлә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү программаһы проекты әҙерләнде. Унда билдәләнгән сааралрҙы 1 сентябргә тиклем тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафинға Инорста енәйәтселеккә бәйле мәсьәләне хәл итергә һәм тәүге һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итергә ҡушты.


Вернуться назад