Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ...04.02.2019
Салауат бала табыу йорто тирәләй барған шау-шыуҙың әлегәсә тынғаны юҡ.

“Перинаталь үҙәк” концессионерҙары килешеүҙе өҙмәйәсәктәренә, башлаған эштәрен дауам итәсәктәренә ышана. Был хаҡта “УК Медиа” компанияһы вәкиле Булат Мәһәҙиев “Коммерсант-Уфа” баҫмаһы тарафынан ойошторолған журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Уның әйтеүенсә, концессионер үҙенең бурыстарын үтәй, ә шау-шыуҙың сәбәбе — коммерция структураһына күскәндән һуң социаль гарантияларҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡәнәғәтһеҙлеге. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М. Забелиндың әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси ойошмала йәки дәүләт ҡарамағында эшләүҙе һайлау мөмкинлеге булмағанлыҡтан, хәл киҫкенләшкән. Салауат бала табыу йорто — ҡалала берҙән-бер учреждение.

Б. Мәһәҙиев әйтеүенсә, инвестор үҙгәртеп ҡороу проектына 40 миллион һум аҡса тотонған. Түләүле медицина хеҙмәттәре әлегә күрһәтелмәй, бала табыу йортонда тәртип урынлаштырылғас ҡына ошо эшкә тотонасаҡтар.

Тағы ла килешеүҙең шундай ҙур етешһеҙлеге бар: хәҙер шәхси бала табыу йорто ярҙамынан федераль яза башҡарыу хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығының ҡала подразделениеһында эшләгән 400-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ файҙалана алмаясаҡ.

Хәҙер концессионерҙар прокуратура тикшеренеүе тамамланыуын һәм республика Хөкүмәте ҡарарын көтә.





Вернуться назад