Республикала биш йылға сит ил паспортын биреү өлөшләтә сикләнеләсәк. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығында (Өфө ҡалаһы, Рязань урамы, 1/1) был эш туҡтатыласаҡ, тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. 1 февралдән был хеҙмәт идаралыҡтың башҡа бүлексәләрендә ойошторола.
Әлеге мәлдә биш йылға сит ил паспортын алыу өсөн 14 йәшкә тиклемге граждандарға дәүләт пошлинаһы мең һум булһа, өлкәндәр өсөн ике мең һум тәшкил итә. Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша ғариза биргәндә, түләүгә 30 процент ташлама яһала.