Республикала “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән киң масштаблы акция дауам итә. Уның төп маҡсаты — халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазиндарға тиң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен биреүгә өлгәшеп, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү һәм ул, иманым камил, тергеҙеләсәк!
Әммә ҡайһы бер әфәнделәр, шул иҫәптән “Тыйнаҡлыҡҡа ни етә?” һәм “Уйлашайыҡ әле, йәмәғәт” мәҡәләләренең авторҙары был изге эшкә шик белдерә кеүек. Уларҙың береһе акцияға “Шайморатов тирәһендә ҡупҡан ығы-зығы” тип баһа бирергә маташа, һәм: “Дивизияның һәр аҙымы тәфсирләп өйрәнелгән һәм бөгөн килеп уның тарихи сәхифәләрен йәнә ҡыштырҙатып ултырыу кәрәкме икән?” — тигән һорау ҡуя. Уныңса, йәнәһе, “генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллау, етди дәлилдәргә нигеҙләнеү урынына, сәйәси кампания рәүешендә, аҡылдан хисте өҫтөн ҡуйып алып барыла”. “Ғөмүмән, — ти ул артабан, — орден-миҙалды һорап алыу — әҙәпһеҙлек, бүләкләү мәсьәләһе — башкөллө дәүләт ҡулында, һәм был юҫыҡта ҡәтғи ҡағиҙәләр бар. Унан һуң, һуғыш ветерандарының холоҡ-фиғелен белгән кешеләр раҫлар: исеме, иҫтәлеге тирәһендә хәҙер барған ыбыр-сыбырҙы генерал үҙе хушһыныр инеме икән?” — тип ул беҙҙе йәнә алдаҡ юл менән алып китмәксе.
Эйе, Советтар Союзы Геройы исеме лә, Рәсәй Геройы исеме лә Миңлеғәле Шайморатовҡа кәрәкмәй хәҙер. Йәне йәннәттә, ятҡан урыны мамыҡтай йомшаҡ булһын. Уның исеме беҙгә — тереләргә, уның өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейешле киләсәк быуындарға, халҡыбыҙға, Башҡортостанға кәрәк. Шул хәҡиҡәтте аңлайыҡ.
Ризван ХАЖИЕВ,
журналист һәм яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
Дыуан районы.